Воскресенье, 05.05.2024, 17:29
Приветствую Вас, Гость
Главная » 2023 » Апрель » 27 » Отчетный концерт ЦДТ
08:38
Отчетный концерт ЦДТ

Балалар ижады үҙәгендә һәр иртәнән кискә тиклем шатлыҡлы һәм йондоҙло минуттар урғылып тора! Сөнки өҫтәлмә белем биреү учреждениеһының төп маҡсаты булып мәктәп дәрестәренән тыш балаларҙың төрлө кимәлдә талантын үҫтереү, уларҙың һөнәрен үҙләштереүгә ярҙам итеү һынала.
Әлеге көндә Үҙәктең 32 уҡытыусыһы барыһы 22 ижади берләшмәлә 1900 уҡыусыға өҫтәлмә белем биреү өҫтөндә ентекле эш алып бара. Социаль-гуманитар, биҙәү-ҡулланма, спорт, техник һәм художество бүлектәрендә йыл әйләнәһендә йөкмәткеле дәрестәр, мастер кластар, экскурсиялар, фәнни-практик эштәр һәм дә күңел асыу уйын-саралары уҙғарыла килә. Тәрбиәләнеүселәр үҙ сиратында төрлө дәрәжәләге бәйгеләрҙә ҡатнашып юғары күрһәткестәргә ирешәләр.
26 апрель Үҙәктең ижади коллективтары уҡыусыларының һәм уҡытыусыларының емешле эштәренә йомғаҡ яһау маҡсатында ата-әсәләр һәм килгән ҡунаҡтар өсөн отчет концерты юғары кимәлдә уҙғарылды.
«Йондоҙҙар ҡабынғанда» концерт программаһында яңынан-яңы һәләтле балаларҙың сығыштары, илебеҙ һәм сит ил авторҙарының төрлө йырҙары, дәртле һәм үҙенсәлекле халыҡ бейеүҙәре тамашасылар өсөн хуш килде. Беҙҙең йондоҙсоҡтар барлыҡ тамашасыларҙы ла оло йыһан киңлегенә илтте тип әйтһәк һис хата булмаҫ. Шулай уҡ, байрамса биҙәлгән фойела биҙәү-ҡулланма бүлеге уҡыусылары уҙҙәренең ҡул эштәрен күргәҙмәлә сағылдырҙы. Уларҙың һәр эшендә тыуған илгә, тирә-яҡ мөхиткә булған ихтирам, ата-әсәләргә булған һөйөү хистәре төп урынды алғаны асыҡ сағылып торҙо. Был көн ысынында ата-әсәләрҙең һөйөнөсө, балаларҙың шатлығы менән оҙатылып ысын мәғәнәлә ҙур байрамға әүрелде.

Просмотров: 60 | Добавил: цдт | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: