Суббота, 04.05.2024, 18:18
Приветствую Вас, Гость
Главная » 2015 » Декабрь » 17 » 55 йыл элек Сибай ҡалаһында тәүге мәктәптән тыш белем биреү учреждениеһы, йәғни Пионерҙар йорто асыла.
08:56
55 йыл элек Сибай ҡалаһында тәүге мәктәптән тыш белем биреү учреждениеһы, йәғни Пионерҙар йорто асыла.

55 йыл элек Сибай ҡалаһында тәүге мәктәптән тыш белем биреү учреждениеһы, йәғни Пионерҙар йорто асыла. Замана менән бергә үҙгәргән йорт 1986 йылда Балалар ижады үҙәгенә әүерелә. Үҙәктең үҫешенә һәм камиллашыуына уның директорҙары тос өлөш индерә. 2011 йылдан өҫтәмә белем биреү учреждениеһын Элиза Fүмәр ҡыҙы Кирәйева етәкләй.

Бөгөн Балалар ижады үҙәге—йәмәғәт-әүҙем мәктәп моделе режимында эшләүсе күп тармаҡлы учреждение. Бында 6 йәштән 18 йәшкәсә мең ярымдан ашыу бала шөғөлләнә. Эш дүрт йүнәлештә алып барыла, 32 ижади берекмә булдырылған. Мәҫәлән, спорт-һауыҡтырыу, фәнни-техник, ҡул эштәре, эстетик юҫыҡтағы түңәрәктәргә балалар теләп йөрөй. «Гөлдәр» өлгөлө ансамбленең, «Мода», «Йондоҙ» вокаль-эстрада студияларының, уҡыу-спорт йөҙөү берекмәһенең даны ҡалала ғына түгел, республиканан ситтә лә билдәле. Был педагогтарҙың үҙ эшенә етди һәм яуаплы ҡарауына дәлил булып тора.

—Өҫтәмә белем биреү учреждениеһы заманса биналы булһын өсөн бар тырышлыҡты һалдыҡ. Бында Федераль, республика кимәлендәге иҡтисади форумдар уҙғарылып тороуы ғына ла уның ҡалала тотҡан урынын күрһәтә,—тине учреждениеның юбилей тантанаһында Сибай ҡала хакимиәте башлығы Х.Х.Сөләймәнов.

Хакимиәт башлығы, ҡала мәғариф бүлеге начальнигы F.Ә.Хәсәнов коллективты, уҡыусыларҙы һәм ата-әсәләрҙе үҙәктең 55 йыллығы менән ҡотлап ҡына ҡалманы, бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары ла тапшырҙы. Әйткәндәй, Сибай Балалар ижады үҙәге «Балаларға иң яҡшы өҫтәмә белем биреү учреждениеһы—2015» Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты булып танылған. Ә етәкселәре Элиза Кирәйева «Эффектлы етәксе—2015» билдәһенә лайыҡ булған.

 

Гөлдәр Ҡадаева.

Категория: Новости | Просмотров: 560 | Добавил: цдт | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: